Милли проект, йәш быуынға сифатлы белем биреү менән бер рәттән, балаларыбыҙҙы һәр яҡлап үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләүгә лә яңы юлдар аса. Мәҫәлән, Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан 2020 – 2022 йылдарҙа проект сараларын тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән гранттар иҫәбенә Башҡортостанда һанлы һәм гуманитар йүнәлешле 133 “Үҫеш нөктәһе”, туғыҙ “IT-куб” белем биреү, һөнәри әҙерлек, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ камиллаштырыу, педагогтарҙың квалификацияһын, һөнәри оҫталығын баһалау үҙәктәре, өс “Кванториум” мобиль технопаркы булдырылды һәм булдырыласаҡ.