Пациенттың умыртҡа һөйәгендә барлыҡҡа килгән, күкрәк ситлегенә йәбешкән шеште алған хирургтар.
Магнит-резонанс томографияһын үткәргәндән һуң уның умыртҡа һөйәгендә ҙур шеш барлығы асыҡланған. Ул үҫкән һайын күкрәк ситлеген ҡыҫа барған.
Нейрохирургтар яңы эргоконцепциялы микроскоп ярҙамында пациентҡа уңышлы операция яһаған, шеште микрохирургия алымы ярҙамында ҡырҡып алғандар.
Ун миллион һум торған, юғары технологиялы операцияларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткән заманса микроскоп медицина учреждениеһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы ағымдағы йылдың июнендә ҡайтарылған.
Микроскоптың үҙенсәлеге шунда: операция майҙаны ҙур түгел һәм ҡан юғалтыу ҙа бик бәләкәй миҡдарҙа була. Шуға ла пациент яҡын арала аяҡҡа баҫа.
Ошо ҡорамал ярҙамында тәүге операция ҙур бейеклектән осоп төшөп, умыртҡа һөйәген һындырған иргә яһалған. Уға нейрохирургик манипуляция яһағандар һәм умыртҡа һөйәгенең эшмәкәрлеген тергеҙгәндәр.
Ҡоролма ысын мәғәнәһендә революцион микроскоп системаһын тәшкил итә. Сөнки операция майҙанын күп тапҡырға ҙурайтып күрһәтә.
Был микроскоп ярҙамында ағымдағы йылдың аҙаҡҡы өс айында ғына 35 пациентҡа ҡатмарлы операция яһалған. Был клиник дауаханала йылына 700 самаһы нейрохирургик операциялар эшләнә, тип белдерәләр.