“Экология” милли проекты сиктәрендә ағымдағы йылда урмандарҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирелгән. Барлығы 13,9 мең гектар ерҙә яңы ағас ултыртылған, һирәкләү эштәре башҡарылған, тәбиғи шарттарҙа шытым биргән үҫентеләр ҡарауға алынған. Урман хужалығы министрлығы 2019 йылға планлаштырылған эштәрҙе тулы күләмдә атҡарып сыҡҡан. Әйткәндәй, ултыртылған йәш ағастарҙың 80 проценты ерегеп үҫеп китә. Ҡулай тәбиғи шарттарҙа был күрһәткес 93 процентҡа етә.