Мәҫәлән, 2020 йылда республика ҡаҙнаһынан муниципаль берекмәләргә мәҙәниәт тармағы саралары өсөн субсидиялар бүлеүгә конкурс иғлан ителде. Сара “Мәҙәниәтте үҫтереүҙең яңы сифатлы кимәлен тәьмин итеү” федераль проекты нигеҙендә ойошторолған һәм халыҡты, шул иҫәптән ауылдарҙа йәшәгән халыҡты ла, махсус автотранспорт менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. 2017 йылдың 31 майында сыҡҡан 248-се Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һайлап алыу шарттары ҡаралған, шулай уҡ 2019 йылдың 15 ноябрендә сыҡҡан 348-се Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә ғаризалар ҡабул ителәсәк. Улар менән Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге шөғөлләнәсәк.