"Урман картаһы" эшләү буйынса Башҡортостан илдә әүҙемлек күрһәткән бер нисә төбәк иҫәбенә инә. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән "Экология" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Программаға республикалағы урман участкаларының интерактив картаһы ҡуйылған. Ул ағас файҙаланыусының урынын, төрлө саралар, айырыуса һаҡланған тәбиғи биләмәләрҙең һәм райондарҙың, урман кварталдарының сиктәрен автоматик рәүештә билдәләргә ярҙам итә. Унда шулай уҡ теге йәки был урындарҙы фотоға төшөрөү функциялары ла ҡаралған. Яңы ҡушымта үҙ бурысын тулыһынса үтәүен күрһәткән.
Смартфоны булған һәр кешегә уны Android йәки iOS системаһында үҙенә күсереп алыу мөмкинлеге бар. Уның аша янғындар, законһыҙ ағас киҫеү йәки башҡа тәртипһеҙлектәр хаҡында тиҙ арала яуаплы органдарға хәбәр итергә мөмкин. Бынан тыш, ағас әҙерләүҙе лә аныҡ күрһәтәсәк. Теләгән һәр кем урмандарҙың кемгә ҡарауын, ниндәй эшмәкәрлек төрөнә инеүен билдәләй ала.