Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
11 Декабрь 2019, 17:50

“Беҙ унда ашҡынып, ашығып барабыҙ!” – ти юлдыбайҙар

Районыбыҙҙың иң ҙур ауылдарының береһе – Юлдыбайҙа “Ғаилә мәҙәниәт үҙәге” үҙ ишектәрен асты. Шуныһы һөйөнөслө үҙәк республикала беренселәрҙән булып “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы асылды.

Ғаилә мәҙәниәт үҙәге Юлдыбай ауылының элекке ял һәм мәҙәниәт йортоноң ремонтланған бинаһында урынлашҡан. Был учреждениненың төп маҡсаты – ғаилә йолаларын һаҡлау, халыҡтын ижади мөмкинлектәрен асыу, ғаилә ялын ойоштороу һәм балаларҙың, ата-әсәләрҙең күп яҡлы үҫеше өсөн шарттар булдырыу. Үҙәктә спорт залы, музей, бейеү залы, китапхана, ял итеү залы, балалар бүлмәһе, компьютер залы урынлашҡан.
Ғаилә мәҙәниәт үҙәге Юлдыбайҙың ғына түгел, ә райондың да ғорурланырлыҡ учреждениеһы булып тора. Бөгөн ул кескәйҙәрҙең дә, уларҙың ата-әсәләренең дә яратҡан урынына әйләнде.
Читайте нас: