Дәресте йөкмәткеле үткәреү – һәр уҡытыусының төп бурысы. Заманса технологияларҙы әүҙем ҡулланған уҡытыусы ғына маҡсатына еңел өлгәшә. Хәҙер иһә педагогтың эш урыны компьютер, принтер, сканер, факсималь ҡоролма һәм күсермә модуль менән йыһазландырылған.
Республикабыҙҙың бүтән район-ҡалалары шикелле Күгәрсен районында ла был тәңгәлдә эштәр яҡшы ойошторолған. Мәҫәлән, быйыл тиҙ эшләүсе интернетҡа күп кенә төп дөйөм, башланғыс мәктәптәр тоташтырылған. Киләсәктә тағы ла бер нисә мәктәп интернет селтәренә тоташасаҡ.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#нацпроектыБашкортостан