Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
12 Декабрь 2019, 14:04

Милли проект – эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда төбәк проекттарының биш паспорты раҫланған.

Иң бай йөкмәткелеһе – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты. Уны алты йылда финанслау күләме 2,1 миллиард һум тәшкил итәсәк, был сумманың 249,5 миллион һумы быйыл үк бүленә. Был хаҡта “Коммерсант” баҫмаһына интервьюһында республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда “Минең бизнес” үҙәге эшләй.
“Был территориаль берләшмәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың барлыҡ ойошмаларына комплекслы хеҙмәтләндереү, ярҙам саралары күрһәтелә. Бындай үҙәктәр бөтөн субъекттарҙа төҙөләсәк. “Минең бизнес”ты киңәйтеү, эш урындары булдырыуҙы ойоштороу, программа тәьминәте өсөн быйыл 139 миллион һум аҡса бүленәсәк”, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, Экспортҡа булышлыҡ ҡылыу үҙәге лә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Монопрофилле муниципаль берәмектәрҙә бәләкәй бизнесҡа ярҙам маҡсатында быйыл 43,27 миллион һум йүнәлтелә, ә проектты тормошҡа ашырыуҙың тотошлай ваҡытына 161,4 миллион һум планлаштырылған.
“Барыһы ла муниципаль программаларҙы финанслау аша социаль эшҡыуарлыҡ өсөн гранттар биреү юлы менән тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, быйыл моноҡалаларға төбәк бюджетынан өҫтәмә рәүештә 8,8 миллион һум бүленде – был аҡса коворкинг-үҙәктәр булдырыуға, Бизнес-навигаторҙы тулыландырыуға йүнәлтелә”, – тине Радий Хәбиров.
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты иҫәпләнгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Читайте нас: