Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан халҡынан тыш тағы ла алты төбәктең – Яҡут (Саха), Татарстан республикалары, Ростов һәм Тула өлкәләре халҡы һанлы сертификаттар алыуға заявкаларҙы тапшыра ала.
Уҡыу "Һанлы иҡтисад" милли проектына ярашлы алып барыла. Сертификатҡа эйә булғандар бер нисә йүнәлеш буйынса компетенцияларҙы үҙләштерә аласаҡ. Улар араһында – яһалма интеллект, программалаштырыу һәм ИТ-продукттарҙы төҙөү, дизайн һәм 3D моделләштереү, киберхәүефһеҙлек һәм сәнәғәти интернет бар.
#нацпроектыБашкортостан #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты