Һаулыҡ һаҡлау системаһында ҡыҫҡа ваҡытта 660 хеҙмәткәр яңы эш башлаған, табипҡа яҙылыу ябайлаштырылған. Яман шеш ауырыуын алдан билдәләгән өсөн табиптарға өҫтәп аҡса түләү үҙен аҡлай – йыл башынан 3 мең шундай осраҡ асыҡланған. Дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ике тапҡырға күберәк аҡса тотонолған. Федераль ҡаҙнанан өҫтәмә рәүештә 1 млрд. һум аҡса алыуға өлгәшкәндәр. Ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттары асыла, “Ауыл фельдшеры” программаһы эшләй.
“Был өлкәлә бар мәсьәләләр ҙә хәл ителдеме? Әлбиттә, юҡ. Әммә шу билдәләргә кәрәк: аталғандарға ҡағылышлы халыҡтың мөрәжәғәте ҡырҡа кәмене. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ”, – тине Радий Фәрит улы.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан