Благовар үҙәк район, Дүртөйлө районы Әсән ауылы, Туймазы районы Ҡандры ауылы китапханаларының заявкалары Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы тарафынан хуплау тапҡан.
Модель китапханалар төҙөү өсөн Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 20 миллион һум аҡса аласаҡ
Китапханаға килеүселәр фәнни, матур әҙәбиәт буйынса йә баҫма матбуғаттың һанлаштырылған ресурстарына инә аласаҡ. Ҡулланыусыларға шәп тиҙлектәге интернет һәм Милли электрон китапханаға инеү мөмкинлеге лә асыла.