Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
17 Декабрь 2019, 13:00

“Фән” милли проекты яңы мөмкинлектәр аса

Башҡортостанда “Фән” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә нефть һәм газ тармағында яңы материалдарҙы ҡулланыу һәм һанлы технологияларҙы ғәмәлгә индереү буйынса донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәге төҙөлә. Бөтә Рәсәйҙә иһә 15-ләп ошондай үҙәк төҙөү планлаштырыла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү тураһында “Углеводород сеймалын тәрән эшкәртеү, ташыу һәм табыу һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн һанлы технологиялар һәм яңы материалдар” тигән бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Үҙ сиратында, үҙәк Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Башҡортостан Фәндәр академияһы кеүек юғары уҡыу йорттарын берләштерә.
Башҡортостан грант алыу өсөн Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ойошторған конкурста ҡатнашырға тейеш. “Фән” милли проектының “Фән һәм ғилми-етештереү кооперацияһын үҫтереү” тип аталған федераль проектты тормошҡа ашырыуға күп сығымдар бүленгән.
– Ғилми-белем биреү үҙәгенең төҙөлөүен биләмәне үҫтереү тип аңлайбыҙ, тимәк, төбәккә күпләп инвесторҙар йәлеп ителәсәк, эш урындары барлыҡҡа киләсәк, – тип шатлана ғалимдар.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: