Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
19 Декабрь 2019, 16:25

Радий Хәбиров НТИ.Junior түңәрәк хәрәкәте олимпиадаһы еңеүселәрен бүләкләне

Күптән түгел Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназияһында НТИ.Junior түңәрәк хәрәкәтенең беренсе олимпиадаһы финалы уҙҙы. Әлеге мөһим сара Владимир Путиндың май указына ярашлы “Мәғариф” милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Унда Башҡортстаннан, Төмән һәм Силәбе өлкәләренән килгән, турҙы ситтән тороп уңышлы уҙған 100-гә яҡын 5-7 класс уҡыусылары ҡатнашты. Өфөлә олимпиада финалы биш йүнәлеш буйынса үтте: “Кеше өсөн технологиялар”, “Космос өсөн технологиялар”, “Виртуаль дөнъя өсөн технологиялар”, “Роботтар дөнъяһы өсөн технологиялар” һәм “Йәшәү мөхите өсөн технологиялар”.
Финал барышын ҡарарға һәм балалар менән аралашыу өсөн гимназияға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде.
Олимпиаданы ойоштороусылар әйтеүенсә, был сараның төп маҡсаты — һәр уҡыусыға белемен арттырыу өсөн мөмкинлек тыуҙырыу, инженерлыҡ технологиялары менән ҡыҙыҡһыныу уятыу, үҫеш векторын билдәләргә ярҙам итеү.
— Олимпиада финалының Өфөлә үтеүе беҙҙең өсөн айырыуса ҡыуаныслы. Беҙҙең уҡыусылар иң яҡшылар рәтендә, улар һәләтле, аҡыллы, көслө һәм маҡсатлы, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе белдереүенсә, был эштең бер йүнәлеше – коворкинг-үҙәктәр булдырыу. Улар ҡайһы бер райондарҙа булдырылған. Киләсәктә һәр муниципалитетта ла балалар фәнни-техник ижад менән шөғөлләнә алһын өсөн шундай уҡ структура булдырыу бурысы ҡуйылған.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: