Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
19 Декабрь 2019, 14:00

Республика дауаханалары ашығыс ярҙам машиналары алды

Бындый мөмкинлеккә республиканың 12 дауаханаһы эйә булды.

Башҡортостандың был дауаханаларына яңы ашығыс ярҙам машиналары бирелде. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаклау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Машиналар наркоз-һулыш алыу, реанимация йыһаздары, электрокардиограф, носилкалар, дефибриллятор, йылытылған юрғандар һәм башҡа кәрәкле приборҙар менән йыһазландырылған.
Әлеге маҡсатлы эш Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә башҡарылды.
Баймаҡ, Белорет, Бәләбәй, Бөрйән, Бүздәк һәм Дүртөйлө райондары үзәк дауаханаларына, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Октябрьский ҡала дауаханаларына – берәр, Ишембай үзәк дауаханаһына ике автомобиль юл алды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Читайте нас: