Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
20 Декабрь 2019, 16:05

Балалар сәләмәтлегенә иғтибар арттырырға!

Селектор кәңәшмәһендә төбәк министрлыҡтары етәкселәре, медицина вуздары ректорҙары ҡатнашты. Башҡортостан исеменән унда республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һәм уның урынбаҫарҙары булды.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова үткәргән кәңәшмәлә төп темаларҙың береһе булып илдә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының үтәлеше торҙо.
Вероника Скворцова төбәк етәкселәренә урындағы программаларҙы эшләп еткереү кәрәклеген белдерҙе һәм бала табыуға ярҙам итеү, балалыҡ хеҙмәттәре эшен яңы тәртипкә, ҡатын-ҡыҙҙарға, сабыйҙарға медицина ярҙамын күрһәтеү маршруттарына яраҡлаштырыу бурысын ҡуйҙы.
Федераль министрлыҡ тарафынан һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу буйынса саралар планы эшләнгән, атап әйткәндә, медицина хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡы түләүҙә, иҫкергән инфраструктураны яңыртыуҙа йәки алмаштырыуҙа, транспорт менән тәьмин итеүҙә.
Читайте нас: