Подъездарҙы ремотланлау стеналарҙы буяу менән генә сикләнмәй. Комплекслы алып барыласаҡ эштәр барышында йорттарҙың инеү ишектәре һәм баҫҡыс майҙансыҡтарындағы тәҙрәләр яңыртыла,почта йәшниктәре һәм башҡа урындар төҙөкләндерелә. Был комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә ремонт талап ителгән подъездарҙың барыһы ла икенсе йәшлеген кисерәсәк.