Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
22 Декабрь 2019, 11:00

Биш оҫтахана – бер колледжда

Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә быйыл федераль ҡаҙнанан грант биреү өсөн Башҡортостандан алты колледж һайлап алынды.

Улар араһында Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы ла бар. Грант аҡсаһы уҡыу йорттарының матди-техник базаһын яңыртыуға бүленә.
Ошо көндәрҙә Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында биш оҫтахана асылды. Улар сәнәғәт дизайны, мода технологиялары, графикалы дизайн, идара итеүҙе документтар менән тәьмин итеү һәм архив эше, бөҙрәхәна сәнғәте кеүек йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәрҙе күҙаллай.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас: