Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
24 Декабрь 2019, 11:15

“Демография” милли проекты сиктәрендә

Республика социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары етәкселәренә “мобиль бригада” автобус асҡыстары тапшырылды. “Демография” милли проекты сиктәрендә бөтәһе 18 автобус бирелде.

Республикала 65 йәште уҙған бөтәһе 222 меңдән ашыу оло кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе төпкөл ауылдарҙан. Автобустар ололарҙы һәм хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән граждандарҙы район һәм ҡала дауаханаларына йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән. Бөтә уңайлыҡтар менән йыһазландырылған автобустар менән тәьмин итеү маҡсаты ҡуйылған.
23 декабрь көндө шундай мобиль автобус беҙҙең районда ла эшләне. Сибай ҡалаһының мобиль бригадаһы, "Өлкән быуын 65+" милли проекты сиктәрендә, Кананикольск ауылынан өлкәндәрҙе, мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе район дауаханаһына алып килеүҙе ойошторҙо. Унда кананикольскиҙар диспансеризация үтеп, табптираға күренде.
#Демография #Миллипроект #Нацпроект #МобильБригада #В.Путин
Читайте нас: