Быйыл Баш Ҡалала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомомобиль юлдары” милли проекты буйынса дөйөм суммаһы 2,2 миллиард һумға торошло 38 объектта эшләү күҙалланған. Төҙөлөш миҙгелендә 47 километр оҙонлоғонда 28 объектта ремонт яһалған.
Шулай уҡ ҙур проекттар ҙа тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Воровский урамынан Ағиҙел күперенә сығыусы юл, күпер үҙе. 688,8 метр оҙонлоғондағы күперҙе 2021 йылдың декабренә тапшырмаҡсылар.
Әле киләһе йылға башҡарыласаҡ юл төҙөлөшө, ремонтына әҙерлек башланған. Яҙ етеү менән ремонтланасаҡ урамдар исемлеге төҙөлгән. Капиталь ремонт та күҙаллана. Ибраһимов бульвары (2020-2021), Һәҙиә Дәүләтшина (2020-2021), Мостай Кәрим (2019-2020), Шәфиев, Парк (2020-2021), Галле ҡалаһы исемендәге урамдар (2020-2021) яңыртыласаҡ.