Ауыл уттары
+12 °С
Облачно
Милли проект
31 Декабря 2019, 06:00

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына йомғаҡ яһалды

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының йомғаҡтары тураһында хәбәр иттеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән тормошҡа ашырыла. Бөтәһе милли проектҡа федераль бюджеттан 2,5 млрд һум, шул тиклем үк сумма – РБ бюджетынан алынған. Был аҡсаларға 21 күсмә ФАП һәм ете күсмә флюорограф һатып алынған; модуль конструкциялары нигеҙендә 28 ФАП һәм бер табип амбулаторияһы ҡуйылған; 4 капиталь ФАП төҙөлгән һәм тағы ла 13 шундай уҡ объект төҙөлә башланған. Дауаханалар һәм поликлиникалар өсөн алты компьютер томографы, ике магнит-резонанс томографы, ангиограф, маммограф, 12 рентген аппараты, видеоэндоскопик йыһаз һатып алынған. Дүрт амбулатор онкологик ярҙам үҙәге булдырылған. 263 дана медицина йыһазы ҡайтартылған. 18 балалар поликлиникаһына капиталь ремонт эшләнгән.
Читайте нас