Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
1 Ғинуар 2020, 11:45

Юл хаталарҙы ғәфү итмәй!

Йыл аҙағында юлда булған фажиғәләрҙе йыш ишетергә тура килде. Аварияларҙа, башлыса, йәштәр һәләк була... Декабрь аҙағында булған автомобиль аварияһында ла ауыр йәрәхәттәрҙән йәш кеше һәләк булды.

Республикала тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты, республика властарының юлдарҙа кешеләр ҡорбандары кәмеһен өсөн башҡарған эштәре бик күп. Был маҡсатта бик күп аҡса бүленә, ремонттар эшләнә, аңлатыу эштәре алып барыла. Эйе, һуңғы йылда Башҡортостанда юл аварияларында һәләк булғандар һаны кәмене, тик барыбер төп яуаплылыҡ үҙебеҙҙең ҡулда. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй! Шуны онотмайыҡ!
Читайте нас: