Башҡортостан башлығы, партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров әйтеүенсә, был – һәйбәт акция, уға күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә кәрәк, иң мөһиме, улар мәжбүри булмаһын.
«Ярыштарҙың программаһына мотлаҡ саңғыла шыуыуҙы индерергә кәрәк, был спорт төрө менән уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас шөғөлләнә. Яңы йыл ғаилә уйындары – реаль эш, уны яҡшы ойошторорға һәм үткәрергә кәрәк. Был һәйбәт тәҡдим: мул табындан һуң йыйылып, спорт менән шөғөлләнергә, ваҡытты файҙалы үткәрергә», — тине Радий Хәбиров.