Ғөмүмән, Башҡортостанда беренсел медицинаны үҫтереүгә иғтибар көсәйтелде. Быйыл ғына республикала 28 фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлдө. Йөҙҙән ашыу кардиология бүлмәләре барлыҡҡа килде. Дауаханаларға 660 медицина хеҙмәткәре йәлеп ителде. Онкологияны киҫкенләшмәҫ борон асыҡлаусыларға биш мең һум күләмендә премия бирелә башланы. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге башҡа бик күп эштәр һөҙөмтәһе булып йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм яман шештән үлеүселәр һанын кәметеүгә өлгәшелгән.
Киләсәктә ҡотҡарылған ғүмерҙәр һаны тағы ла артасаҡ ҡына. Башҡортостанда күптән юҡҡа сыҡҡан санитар авиация тергеҙелә башланы. Ҡанатлы медицина өсөн баш ҡалала алты һәм республика төбәктәрендә һигеҙ вертолет ултырыу майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Уларҙың береһе сафҡа инде лә инде.
Яңы модулле техника өсөн һауаға күтәрелеү – ултырыу майҙандары Октябрьский, Нефтекама, Сибай, Аҡъяр, Баймаҡ,Белоретта төҙөләсәк. Өфөлә иһә тағы ла бер яңы майҙансыҡ булдырылыр тип көтөлә. Юл селтәрҙәре, һыу һәм һауа суднолары ярҙамы менән заманса медицина хеҙмәтләндереүе халыҡҡа яҡыная.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан