Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
6 Ғинуар 2020, 11:00

Милли проект: робот-хирург ярҙамға килә

Үткән йылда “Һаулыҡ һаҡлау йылы“ тип атау ҙа бик килешер ине. Ни өсөн тигәндә, республиканың медицина тармағы бығаса булмағанса ҙур үҙгәрештәр кисерҙе.Табиптар һаны артты, поликлиникаларҙа сират кәмене, онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтары аҙая төштө.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы башҡарылған эштәрҙе күрмәү мөмкин түгел. Яңы технологиялар, аппараттар, компьютерҙар табиптарға ярҙамға килде.
БДМУ клиникаһы табип-онкологы Илнур Солтанов әйтеүенсә, сирҙе башланғыс стадияла операция яһап еңеп сығырға мөмкин, клиникала күп операциялар робот Да Винчи ҡоролмаһында эшләнә. Һәр хирург өсөн робот-хирург ҡорамалында эшләү - оло мәртәбә. Лапароскопияның яңы алымын 3д форматта экран аша күҙәтергә мөмкин.
Хәҙер онкология сирҙәрен иртә осорҙа асыҡлаған медицина хеҙмәткәрҙәренә биш мең һум күләмендә премия ла тапшырыла башланы. Тәүге звено кадрҙарының квалификацияһын күтәреү, эш шарттарын яҡшыртыу пациенттарға иғтибарлы ҡарашты арттырырға ярҙам итер тип ышанғы килә.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Фото:Likar.info
Читайте нас: