Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
8 Ғинуар 2020, 11:25

Инвалидтарҙың хоҡуғы үтәлеүе шарт

Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала яңы объекттар төҙөлә, ҙур суммалар медицина учреждениеларын төҙөкләнде­реүгә, заманса ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә лә иғтибар бүленә

Дәүләтебеҙҙең мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы хәстәрләүе йәмғиәттең өлгөрөп еткәнлеген, дәүләт үҫешенең юғары кимәлен күрһәтә. Был йәһәттән “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттары ла граждандар тураһында даими хәстәрлек күреүҙең мөмкинлектәрен киңәйтә. Әйткәндәй, милли проекттарҙы тормошҡа ашыра башлау алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путин инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һаҡлауға һәм мөмкинлектәрен хәстәрләүгә, һаулығын нығытыуға айырыуса иғтибар биреүҙе талап иткәйне.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: