Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
12 Ғинуар 2020, 17:35

Уҡытырға – ауылға!

"Мәғариф" милли проектына ярашлы, быйылдан “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы эш башланы. Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусылар өсөн ошондай программаны ғәмәлгә ашырыу хаҡында тәҡдим иткәйне.

“Ауыл уҡытыусыһы” программаһына ярашлы, ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән (йәки күсеп килгән) уҡытыусыға бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү күҙ уңында тотола.
Әлеге ваҡытта “Ауыл уҡытыусыһы” программаһының конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ғаризаларҙы федераль программаның рәсми сайтында (https://zemteacher.edu.ru) ҡалдырырға мөмкин. Ғариза биргәндән һуң дәғүәселәрҙең документтары түбәндәге адрестарға ебәрелә:
1) нотариус раҫлаған күсермәләр электрон вариантта [email protected] адресына;
2) ҡағыҙҙағыһы — Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120-се йорт, 205-се бүлмә адресы буйынса төбәк операторына (Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты).
Ғаризаларҙы 2020 йылдың 10 ғинуарынан 15 апреленә тиклем ебәрергә кәрәк, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Конкурста ҡатнашыу шарттары, программаға индерелгән вакансияларҙың тулы исемлеге менән танышыу өсөн һылтанма: https://zemteacher.edu.ru/
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: