Билдәле булыуынса, Президент Мөрәжәғәтнамә менән 15 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә “Манеж” үҙәк күргәҙмәләр залында сығыш яһай башлай. Аккредитация үткәндәр исемлегенә хәбәрселәр, операторҙар, фотохәбәрселәр, техниктар һәм киң мәғлүмәт сараларындағы башҡа хеҙмәткәрҙәр ингән. Хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Владимир Путин Кремль хакимиәте чиновниктары һәм вице-премьерҙар менән Мөрәжәғәтте яңғыратыуға әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәргән.