Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин менән берлектә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә был юлы Һабыр ауыл биләмәһендә питомник төҙөү буйынса мәсьәлә күтәрелде. Проектты тәҡдим иткән эшҡыуар ауыл ерен йәшелләндереү өсөн питомникта үҫентеләр үҫтерергә теләге барлығын белдерҙе.
Илгиз Лирман улы проектты хупланы һәм ағымдағы йылдың Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителеүен дә иҫкә төшөрөп, тәҡдимдең урынлы булыуын әйтте.
Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Төбәккә инветорҙар йәлеп итеү”, “Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам”, “Экология” милли проекты сиктәрендә районда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау, уға булышлыҡ итеү маҡсатында төрлө программалар уңышлы эшләй, эшҡыуарҙарҙың проекттары тормошҡа ашырыла.
“Инвестиция сәғәте”ндә тәҡдим ителгән проект ысынбарлыҡта үҫеш алһын өсөн, тейешле етәкселәргә ярҙам итеү бурысы ҡуйылды. Тимәк, урманға бай Йылайыр төбәге киләсәктә йәш үҫентеләр менән йәнә тулыланыр, тигән ышаныс бар.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроекты Башкортостан