Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
15 Ғинуар 2020, 18:20

"ЭКОЛОГИЯ" МИЛЛИ ПРОЕКТЫ СИКТӘРЕНДӘ

“Экология” милли проектын ярашлы, 11, 12, 18, 19 ғинуарҙа Өфөлә экология акцияһы үтәсәк. Уның маҡсаты – ҡала халҡын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйырға өйрәтеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймалға әйләндереү. Уларҙы ҡаланың махсус 24 майҙансығында тапшырырға мөмкин.

Бынан тыш, 18 ғинуарҙа “Аркада” һәм “Купец” сауҙа үҙәктәре биләмәһендә лә ылыҫлы ағастарҙы йыйыу ойошторола.
Әйткәндәй, 2019 йылда был акцияла Өфөлә ике көндә 1000 тирәһе ағас эшкәртеүгә оҙатылған.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: