Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
18 Ғинуар 2020, 17:00

Йылҡысылыҡҡа иғтибар арта

Былтыр йылҡысылыҡ тармағына ярҙам итеү маҡсатында республикала 27,2 миллион һум аҡса бүленгән.

Был хаҡта төбәктең аграр ведомствоһы белдергән. Финанс ярҙам ипподромдарҙа тоҡомло аттарҙы һынау, бүләк аттарын алыу һәм ҡымыҙ етештереү өсөн күрһәтелгән. Аттарҙы үрсетеү менән яңы шөғөлләнә башлағандар “Агростартап” йәки “Яңы эш башлаусы фермер” грант программаларынан файҙалана ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: илдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, “Иҡтисади үҫеш” милли проекты сиктәрендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙами итеү” тигән йүнәлеше эшләй.
Фото: kohuku.ru.
Читайте нас: