Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
20 Ғинуар 2020, 17:20

Бер көндә – алты ҡорбан

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектының бурыстары сикһеҙ күп. Юлдарҙа фажиғәләрҙең көн дә тиерлек булып тороуы ла был тармаҡҡа ҙур иғтибар кәрәклеген асыҡ күрһәтә.

Кисә, мәҫәлән, Башҡортостанда алты кеше һәләк булған. Ҡот осҡос бит. Көн һайын шундай кимәлдә кеше юғалта башлаһаҡ, артабан ни булыр?
Бер юлы өс кешенең ғүмерен өҙгән авария тураһында кисә хәбәр иткәйнек инде. Стәрлебаш районында “Опель Астра” менән “ГАЗель” бәрелешеп, еңел автомобилдең 19 генә йәшлек водителе, 61 һәм 40 йәшлек ике пассажир ҡатын урында һәләк була. 43 йәшлек “ГАЗель” водителе һәм уның 39 йәшлек пассажиры дауаханала.
Ҡалған аварияларҙа йәйәүлеләр ғүмерҙәре өҙөлдө. Уларҙың бөтәһе лә тәүлектең ҡараңғы осоронда була. Тәүгеһе Салауат районында Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы юлында була. “ВАЗ-2107” автомобиленең 32 йәшлек водителе 82 йәшлек ауылдаш бабайын тапата. Оло кеше урында йән бирә. Водитель белдереүенсә, бабай йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән урынға ҡапыл килеп сыға. Был ваҡытта ныҡ итеп ҡар яуған була.
Сәғәт киске туғыҙ тирәһендә Белоретта йәнә бер йәйәүленең ғүмере өҙөлә. Ошо ҡалала йәшәгән 22 йәшлек егет ҡиммәтле “Лэнд Ровер Фрилэндер” автомобилендә 53 йәшлек ҡатынды тапата. Ул йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән урында юл аша йүгереп үтмәксе булған да бит...
Өсөнсө йәйәүлене иҫерек водитель тапата. Был авария бөгөн төнгө икенсе яртыла Дәүләкән районында теркәлә. 27 йәшлек иҫерек - Шишмә районы кешеһе - “Лада Приора” автомобилендә 55 йәшлек ирҙе тапата. Эскән булһа ла ҡасмай, йәрәхәтле кешене дауаханаға алып барырға маташа. Тик уныһы юлда үлә.
Әле был хәлдәр буйынса тикшереү башланған.
Беҙ, ғәҙәттә, водителдәрҙе киҫәтергә тырышабыҙ. Был аңлашыла ла: улар транспорт менән идара итә. Тик йәйәүлеләргә лә яуаплылыҡ тураһында оноторға ярамай. Һаҡ булығыҙ, ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ!
Читайте нас: