Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
22 Ғинуар 2020, 11:00

Йәнә “Һөт кухняһы” продукцияһын бушлай таратыу пункттары асылды

“Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына ярашлы ошо көндәрҙә Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында “Һөт кухняһы” продукцияһын бушлай таратыу пункттары асылды.

Баймаҡтағы яңы пункт ҡаланың Салауат Юлаев проспектындағы 31 йортта урынлашҡан. Һөт, ҡатыҡ, эремсек, йогурт һәм башҡа тәбиғи һөт ризыҡтары әлегә Белорет ҡалаһынан килтерәләсәк. Бындай һөт фабрика-кухняһы яҙ көнө Сибай ҡалаһында эшләй башлаясаҡ, ул сағында Баймаҡтың кескәйҙәре күршеләре етештергән һөт продукцияһы менән тәьмин ителәсәк.
Һөт ризыҡтары аҙ килемле ғаиләләрҙәге 3 йәшкә тиклемге балаларҙан тыш, йөклө һәм бала имеҙгән әсәләргә лә ҡаралған.
Шулай уҡ Сибай ҡалаһында ла "Һөт кухняһы"ның бушлай таратыу пункты асылды.
Фото: Баймаҡ ҡала хакимиәте сайтынан.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: