Республикала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән индерелгән “Взлетай” белем биреү проекты уңышлы ғәмәлгә ашырылып килә. Айырым алғанда, “Сәләмәт йылмайыу” модуле буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Был проект сиктәрендә уҡыусылар һаны 800-ҙән артыҡ булған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыла.
153 стоматология кабинеты мәктәптәрҙә эш башлаған да инде, тағы 61 белем биреү ойошмаһында ремонт һәм йыһызландырыу эштәре бара, шул иҫәптән беҙҙең районда ла.
Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында стоматология кабинеты пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Кабинетта ремонт яһалған, яңы ҡорамалдар ҡуйылған. Бында стоматология ауырыуҙары менән мөрәжәғәт иткән балаларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтер өсөн бөтә шарттар булдырылған. Кабинет стоматология ҡулайламаһы, автоклав, инструменттарҙы стерилләү шкафы, бактерицид камера, бүлмәне дезинфекциялау өсөн бактерицид лампа, һыу дистилляторы һ.б. менән йыһазландырылған. Балаларға был бүлмәгә инеү ҡурҡыныс булмаһын өсөн республикала берҙәм дизайн уйланылған. Стеналарҙың береһе бал ҡортоноң кәрәҙе формаһында сағыу итеп биҙәлгән.
Ошондай кабинеттар мәктәптәргә, ысынлап та, бик кәрәк. Сөнки Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республика уҡыусылары араһында даими теш кариесының таралыуы 88 процент тәшкил итә, ваҡытлыса кариес – 65 процент, пародонта ауырыуҙары – 82 процент.
Мәктәп уҡыусыларының теш ауырыуҙарын профилактикалау һәм дауалау менән табип-стоматолог Алексей Харитонов һәм теш табибы Татьяна Никифорова шөғөлләнәсәк. Алексей Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған һәм 2012 йылдан “Ауыл табибы” программаһы сиктәрендә Йылайыр үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт итә. Татьяна үҙәк район дауаханаһыда теш табибы булып 2000 йылдан, йәғни Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамлағандан алып эшләй.
Был стоматология кабинетында медицина ярҙамы район үҙәге уҡыусыларына күрһәтеләсәк. Ә әҙ комплектлы мәктәп уҡыусылары, гимназия хакимиәте хәбәр итеүенсә, бында тештәрен тиҙҙән төҙөләсәк график буйынса дауалай аласаҡ.