Быйыл уның пилот режимындағы эше уңышлы үтте. 15 ғинуарҙан илдең төрлө төбәгендә йәшәгән һәр кем тәүлек әйләнәһенә диспансерлаштырыу һәм медицина тикшереүе үтеү тәртибе буйынса бушлай консультация ала. “Ҡыҙыу линия” операторы уны ҡайҙа, нисек үтеү тураһында мәғлүмәт биреүҙән тыш, һеҙҙе квалификациялы белгескә йүнәлтеүе лә мөмкин. ”Ҡыҙыу линия” страховкаланған граждандарҙы медицина ярҙамының бөтә этаптарында ла мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алған.