Программа яңы объекттар төҙөүҙе, шулай уҡ ғәмәлдәгеләрен төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала. Былтыр милли проектҡа Башҡортостандан биш мәҙәниәт учреждениеһы инде. Улар – Салауат районының Мөрсәлим ауылындағы клуб, Түбәнге Ҡыйғы ауылындағы заманса кинозал, Дыуан һәм Бөрйән райондарындағы реновация, Миәкә районындағы мәҙәниәт усағына капиталь ремонт.
– Әле быйылға төбәк проекттарының паспорты раҫлана. Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында яңы биналар төҙөлөшө мотлаҡ башланасаҡ. Реновация үтәсәк объекттарға ҡағылышлы мәғлүмәт һуңыраҡ буласаҡ, – тине Наталья Лапшина.