Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ойошторған конкурста уңышлы ҡатнашҡандарға аҡса бүленә. Был сумма объекттарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыуға, техник һәм технологик ҡорамалдар алыуға тотонола. Былар иһә учреждениела даими трансляция ойошторорға булышлыҡ итәсәк.
Виртуаль концерт залы булдырыу өсөн проекторҙар, экрандар, ноутбуктар, акустика системаһы, сәхнә конструкциялары, монтаж һәм башҡа материалдар алынасаҡ.