Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
28 Ғинуар 2020, 18:50

Балалы ғаиләләргә мөнәсәбәт үҙгәрергә тейеш

Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамаһендә яңғыраған социаль ярҙам саралары буйынса видеоконференция рәүешендә ойошторолған кәңәшмәлә ҡатнашҡан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала тыуым коэффициенты бер ҡатынға 1,542 тәшкил итә. Ә халыҡтың тулыланып тороуы өсөн был күрһәткестең 2,1-гә етеүе кәрәк.

Башҡортостанда иң юғары күрһәткес 2014 йылда күҙәтелде – 1,948. Ә 2015 йылдан ул түбәнәйә башлай. Ленара Иванова әйтеүенсә, илдә был коэффициентты 1,7-гә еткереү бурысы тора. Тыуым һанын ғына түгел, ә бер ҡатынға тура килгән бала һанын арттырыу талап ителә.
Һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙың 67 проценты торлаҡ, тейешле инфраструктура, һалым ташламалары булғанда тағы бер бала табыу теләген белдергән. Ҡатын-ҡыҙҙың 40 проценты өсөн аҡса түләү мөһимлеге асыҡланған. Ошо көндәрҙә ярҙам саралары буйынса министрлыҡта юл картаһы әҙерләнә.
Муниципалитеттарҙың хәлде аңлап эш итеүҙәренән күп нәмә тора. Ҡайһы бер райондар тыуымды дәртләндереү йәһәтенән төрлө саралар уйлап таба, мәҫәлән, игеҙәктәр тыуғанда коляска бүләк итәләр. Ә Саҡмағош районының “Базы” предприятиеһы үҙенең “әсәлек капиталын” булдырған. Ленара Иванова шулай уҡ күрше ятҡан райондарҙа тыуым күрһәткесенең төрлө булыуын билдәләне. Мәҫәлән, 2018 йылда Стәрлебаш районында тыуым коэффициенты 4,9 тәшкил итһә, ут күрше Федоровкала ни бары – 1,7.
“Демография” милли проектына ярашлы, ғаиләгә, балалар тәрбиәләүсе ата-әсәгә мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрергә тейеш. Бында эш биреүселәрҙең мәсьәләне аңлап эш итеүе мөһим.
2020 йылдың 1 ғинуарынан өс йәшкә тиклемге беренсе йәки өсөнсө сабыйы тыуған (2018 йылдың 1 ғинуарынан иҫәпләнә) ғаиләләргә, йән башына тура килгән килем ике йәшәү минимумынан артмаған осраҡта (20мең 868 һум), пособие түләнә. Беренсе балаға - 9789 һум, өсөнсө һәм артабанғы сабыйға 8993 һум күләмендә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: