Ауыл уттары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
29 Ғинуар 2020, 18:00

Сибайҙа сүп-сар эшкәртеү заводы төҙөләсәк

Дәүләт Думаһы депутаты, “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыусы төркөмдөң етәксеһе Зариф Байғусҡаров белдереүенсә, яңы завод республикала ҡалдыҡһыҙ технологиялар менән эшләүсе тәүге предприятие буласаҡ.

Министрлыҡ, ведомство вәкилдәре һәм төрлө кимәлдәге депутаттар ҡатнашлығында үткән “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмәлә һүҙ сүплектәрҙе бөтөрөү, сүп-сарҙы эшкәртеүсе комплекстар тураһында барҙы. Шулай уҡ башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһе лә ҡаралды.
- Үткән йылдың ноябрендә беҙ эшсе төркөм менән Түбәнге Новгород ҡалаһында булдыҡ һәм унда сүп-сарҙы айырым һәм эшкәртеү буйынса ике заводтың эшмәкәрлеге менән таныштыҡ. Предприятиелар сит ил ҡоролмалары менән йыһазландырылған, тәүлек әйләнәһенә эшләй. Автоматлаштырылған эш барышын ике кеше генә күҙәтеү аҫтында тота, - тип таныштырҙы Зариф Байғусҡаров.
Кәңәшмә барышында Дәүләт Думаһы депутаты урмандарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу һәм уларҙы тергеҙеү мәсьәләһен дә күтәрҙе.
“Былтыр мин үҙем шәхсән ағас ултыртыуҙа ҡатнаштым, әммә беҙ ултыртҡан үҫентеләрҙең барыһы ла артабан нығынып, үҫеп китә тип әйтеп булмай. Уларҙы аҙаҡ бер кем дә тәрбиәләмәй, ултыртылған ағастарҙың 25 процентҡа яҡыны үҫһә лә эшебеҙҙең һөҙөмтәһе күренер ине”, - тине Зариф Закир улы.
Фото: "Баймакский вестник" гәзитенән.
Читайте нас: