Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
29 Ғинуар 2020, 13:55

"ЙӘШЕЛ АҘНА" ТАМАМЛАНДЫ

Берлинда 17 ғинуарҙан 26-на тиклем үткән “Йәшел аҙна” 85-се халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкә тамамланды. Унда Башҡортостан да үҙ экспозицияһын тәҡдим итте. Был сарала ҡатнашыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итәсәк.

Беҙҙең төбәк экспозицияһына иң яҡшы тауарҙарын “Пышка”, “Рус игене”, “Башҡортостан үләндәре”, “Башҡортостан тауары”, “Ҡарлыман һөтө”, “Турбаҫлы бройлерҙар”, “Башҡорт ҡаҙы”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты” һ.б. компаниялар тәҡдим итте. Республиканан делегацияны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкләне.
“Башҡортостан” гәзите хәбәр итеүенсә, бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә мәлендә Илшат Фәзрахманов форумдың эшлекле программаһы тураһында һөйләне. Ул Австрияның ауыл хужалығы, төбәктәр һәм туризм буйынса федераль министры Элизабет Кестингер менән осрашҡан. Яҡтар ауыл һәм урман хужалығы, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килешкән.
Шулай уҡ беҙҙең республика вәкилдәре сит ил инвесторҙары – Штефан Дюрр һәм Алекс Бонгрэн менән осрашҡан һәм артабан Башҡортостанда бизнестарын үҫтереү юлдары тураһында һөйләшкән.
Фото:uchalinka.rbsmi.ru
Читайте нас: