Предприятиеның башҡа продукцияһын да сит илдәр ҙур теләк менән ала. Мәҫәлән, бында көнбағыштың ҡабығын да әрәм итмәйҙәр – махсус рәүештә эшкәртеп, яғыулыҡ пеллетын эшләйҙәр. Уны башлыса Европа илдәре һатып ала – мейес яғыу өсөн бик ҡулайлы. Әммә пиллетҡа республикалала ихтыяж ҙур. Быйыл завод сит ил баҙарының географияһын киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Улар барыһы ла "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы башҡарыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә: "Экспортты киңәйтеү, сит баҙарға сығыу – көнәркәшлеккә һәләтле эшҡыуарлыҡтың төп күрһәткесе", – тип билдәләне.