Үткән йылдың ун айында иң юғары үлем осрағы Федоровка районында теркәлгән. Бында 100 мең кешегә инфаркт һәм инсульт сирҙәренән үлем осраҡтары 686,6 тәшкил итә. Нуриманда был күрһәткес - 675,7, Миәкәлә – 642,9, Стәрлебашта - 638,1 һәм Белорет районында - 635,5.
Шуның менән бергә күрһәткестәре уртаса республика күрһәткесенән түбән булған муниципалитеттар ҙа бар. Ағиҙел, Октябрьский, Нефтекама ҡалалары, Саҡмағош һәм Бүздәк райондары - шулар иҫәбендә.
Республикала йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау буйынса ҙур эш йәйелдерелде, яңы технологиялар индерелә, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса ҡорамалдар һатып алына. Шуға күрә алдағы йылдарҙа бөгөнгө күрһәткестәрҙең яҡшырыуына өмөт ҙур.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан