Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
3 Февраль 2020, 18:35

Лимонарий яңыртыуға мохтаж

Өфө лимонарийының етәксеһе Фәриҙә Садиҡова белдереүенсә, бында ҡорамалдар күптән иҫкергән, комплекслы яңыртыу талап ителә. Төҙөлөш-монтаж эштәре яҡынса ярты миллиард һумға төшәсәк.

Төп маҡсаттарҙың береһе – теплицаның бейеклеген 15 метрға тиклем оҙонайтырға кәрәк. Был банан һәм папай кеүек бейек ағастар өсөн кәрәк. Яңы теплица каркаслы буласаҡ, ҡыйығының япмаһы махсус быяла менән ябыласаҡ.

"Беҙ асыҡ грунтлы питомниктан баш тартып, уның урынына ике гектар майҙанда бер нисә теплица төҙөргә йыйынабыҙ. Бынан тыш, тропик, субтропик үҫентеләрҙе айырыу, шулай уҡ дымлы һәм ҡоро зоналар булдырыу планлаштырыла. Лабораториялары булған етештереү бүлексәләре айырым урынлаштырыласаҡ. Проекттың икенсе мөһим өлөшө – үҙенә фудкорт һәм уйын майҙансығын индергән зона. Бина эсендәге участкаларҙың береһендә Башҡортостан ланшафттарынан экспозиция ойошторабыҙ", – ти Фәриҙә Садиҡова.

Реконструкция проектына 12 миллион һум бүленгән, әле уны тамамлап киләләр. Раҫлағандан һәм экспертиза уҙғарғандан һуң төҙөү-монтаж эштәре башланасаҡ. Уларҙы тик йылы көндәрҙә генә үткәреү мөмкин буласаҡ, сөнки, проект буйынса, быялаһын һәм каркасын алыштырыу бурысы тора.

1990 йылда төҙөлгән лимонарийҙы реконструкциялау яңы мөмкинлектәргә ишек аса, "Экология" милли проектын бойомға ашырыуға ла ыңғай өлөш индерәсәк, сөнки ундағы оранжереяларҙа һәм асыҡ майҙанда тропик һәм субтропик ағастарҙың, ҡыуаҡтарҙың, үләндәрҙең 500 самаһы төрө үҫтерелә, ғилми-селекция эше алып барыла.

Фото: rus.bashazet.ru
Читайте нас: