Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
5 Февраль 2020, 11:00

Тәүгеһе сентябрҙә эш башлай

Салауат ҡалаһында атмосфера һауаһы сифатын онлайн-мониторинглаусы ике автоматлаштырылған станция төҙөләсәк.

Улар дөрөҫ мәғлүмәтте реаль ваҡыт режимында бирәсәк. Был проект Башҡортостан Республикаһы менән “Газпром нефтехим Салауат” ойошмаһы араһында төҙөлгән инвестиция килешеүе сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Компания проектҡа 64 миллион һум аҡса индергән.
Был станциялар ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәрендә урынлашасаҡ. Уларҙың тәүгеһе быйыл сентябрҙә эшләй башлаясаҡ. Улар республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының аналитик лабораторияһына тапшырыласаҡ һәм “Экологик мониторинг мәғлүмәттәренең берҙәм ҡала фонды” автоматлаштырылған системаһына тоташтырыласаҡ.
Һәр станция заманса ҡорамалландырылған: азот оксиды, углерод, көкөрт водороды, аммиак, көкөрт оксидын анализлау ҡулайламалары бар. Бында ҡуйылған автоматик газ хроматографтары атмосфера һауаһында ароматик углеводород, метанол, диметиламин, этилен һәм башҡа бысратҡыстар барлығын асыҡлай ала. Бынан тыш, мониторинглауҙың заманса комплексына метеокүрһәткестәрҙе үлсәй торған ҡулайлама ла индерелгән. Ул һауа температураһын, дымлылыҡ, атмосфера баҫымы, яуым-төшөм күләмен күрһәтәсәк.
– Республикала атмосфера һауаһы таҙалығын тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленә. 2018 йылда “Таҙа һауа” төбәк проекты эшләнгән һәм раҫланған. Бында һауаны таҙартыу сараларын тормошҡа ашырған Башҡортостандың ҙур предприятиелары ҡатнаша. Дөйөм көс менән беҙ республика халҡының таҙа тирә-яҡ мөхиткә хоҡуғын тәьмин итергә тырышабыҙ, – тине республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Эйе, һәр кемдең таҙа һауаға, таҙа һыуға, таҙа тирә-яҡ мөхиткә хоҡуғы бар. Илдә тормошҡа ашырылған “Экология” милли проектының маҡсаттары ла ошонда. Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты шундай бүлексәләрҙән тора: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һәм экологик туризмды һаҡлау”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”.
Читайте нас: