Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
8 Февраль 2020, 11:00

Бассейн Һәр район үҙәгендә буласаҡ

Республикалағы район үҙәктәрендә бассейн асыу планлаштырыла. 2024 йылға тиклем йыл һайын ике-өс бассейн төҙөләсәк. Был башланғыс ике ҙур проект һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Тәүгеһе Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған “Демография” милли проекты булһа, икенсеһе – “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты.

16 районда һәм ҡалала бындай сәләмәтлек үҙәге юҡ. Былтыр уҡ республика Башлығы Радий Хәбиров физкультура-спорт комплекстарын төҙөү программаһын эшләргә ҡушҡайны. 2020 йыл башынан был программа тормошҡа ашырыла башланы.
Ошондай тәүге спорт комплекстары Ҡырмыҫҡалы районында һәм Межгорье ҡалаһында төҙөләсәк. Быйыл яҙ ошо йәһәттән эштәр башланасаҡ. Дыуан районындағы ошондай объект эргәһендә боҙ майҙансығы ла хасил буласаҡ. Һөҙөмтәлә ул ошо юҫыҡтағы иң ҙур объекттарҙың береһенә әйләнәсәк. Әле Архангел, Дыуан райондарында һәм баш ҡалалағы Шакшала физкультура-сәләмәтләндереү үҙәктәре проекттары эшләнелә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: