Был пландар район хакимиәттәре һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы бүлексәләре менән килешеп төҙөлгән. Белгестәр белдереүенсә, ошондай саралар төбәктә янғын һүндереүҙә һөҙөмтәлелекте арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Быйыл республиканың урман хужалыҡтары йәшел ҡалҡанды бар яҡлап та һаҡлау ҡеүәтенә эйә тип әйтергә мөмкиндер, сөнки урмансыларға ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында ҡаралған “Экология” милли проектына ярашлы ҡабул ителгән “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты буйынса һатып алынған яңы һәм ҡеүәтле янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдары ярҙамға киләсәк. Әйткәндәй, быйыл да ошо йүнәлештә эш дауам итәсәк, яңы техника алынасаҡ.
– Башҡортостан биләмәһендә урман янғындарын һүндереү йыйылма планы Волга буйы федераль округы буйынса Урман хужалығы департаментында һәм “Авиалесоохрана” учреждениеһында тикшерелде. Әле ул республиканың дәүләт органдарында раҫлау үтә, һуңынан Федераль Урман хужалығы агентлығында ҡараласаҡ, – ти ведомствоның урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Динил Әхмәтов.