Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, был сара ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылыусы “Демография” милли проекты сиктәрендәге “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу ” төбәк проектына ярашлы ойошторола. Декрет ялындағы ҡатындарға һөнәри белем биреүҙең маҡсаты – уларҙың квалификацияһын күтәреү, теоретик һәм практик белемен, оҫталығын арттырыу, һөнәри эшмәкәрлек буйынса өр-яңы техниканы, технологияларҙы өйрәтеү, ғәмәлдәге квалификацияға ярашлы эш таба алмауға бәйле һөнәрҙе, специальносты, мәшғүллекте үҙгәртеү.
– Әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү, белем тураһындағы сертификаттар тапшырыу, эш биреүселәрҙе субсидиялау кеүек ғәмәлдәр мәшғүллек үҙәктәре йүнәлешендә башҡарыласаҡ. 2019 йылда төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә декрет ялында булған 545 ҡатын белем алған, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.