Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
16 Февраль 2020, 11:00

Ғаилә кемпингы төҙөү проекты ҡаралды

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.

Был башланғыс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстары нигеҙендә атҡарыла.
Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән үткән кәңәшмәлә был юлы “Төйәләҫ” ғаилә кемпингы төҙөү проекты ҡаралды. Проект авторы - йәш эшҡыуар Александр Семенихин. Йәш йүнселдең төп маҡсаты: Төйәләҫ йылғаһы ярҙары биләмәһен төҙөкләндереп сибайҙарға һәм ҡала ҡунаҡтарына экологик яҡтан таҙа ҡарағай урманында ял урыны булдырыу.
Эшҡыуар белдереүенсә, йылғаға ҡарап торған уңайлы һәм йәмле бунгалолар төҙөргә ниәтләй. Бунгало — бер ғаилә ағзаларына тәғәйенләнгән бер ҡатлы йорт. Башлыса уның ҡыйығы яҫы була һәм киң веранданы үҙ эсенә ала. Сит илдәрҙә бунгало билдәле конструкция булараҡ ҡала ситендәге йортто кәүҙәләндерә. Александр Семенихин бунгалолар янына мунса төҙөргә, беседкалар урынлаштырырға теләй, волейбол һәм балалар майҙансығы, шешлек өсөн махсус урын да ҡаралған. Ял итеүселәргә һыу туризмы, спорттың һәм әүҙем ялдың бер төрө булған — каякингты тәҡдим итмәксе. Йәғни, каяк тип аталған судноларҙы ҡуртымға бирәсәк. Ҡыш көнө был хеҙмәттәргә коньки прокаты һәм тюбингтар өҫтәлә. Майҙаны 45 квадрат метр тәшкил иткән корпустарҙы эшҡыуар экологик яҡтан таҙа материалдан төҙөргә теләк белдерҙе.
Рөстәм Афзалов ҡала халҡы өсөн кәрәкле һәм уңайлы проект менән ентекле танышҡандан һуң үҙ фекерен белдерҙе: “Кемпинг булдырыуҙың ыңғай яҡтары бик күп. Шуларҙың иң мөһиме — ҡаланан алыҫҡа китмәйенсә, ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында ял итеү”.
Әлегә башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы талап ителә. Проекттың төп йүнәлеше ғаиләне нығытыуға, ялды ойоштороуға ҡоролғанлыҡтан, ул тиҙ арала төрлө йәһәттән яҡлау табып, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам күрһәтеү” милли проекты сиктәрендә уңышлы тормошҡа ашырылыр тигән өмөттә йәш эшҡыуар. Проект тормошҡа ашһа, сибайҙарға ял итеү өсөн ситкә йөрөргә кәрәкмәйәсәк, ҡала янында ла ғаилә менән рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеге тыуасаҡ.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы “Иҡтисади үҫеш” милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: "Сибайский рабочий" гәзитенән.
Читайте нас: