Һуңғы биш йыл эсендә атмосфера һауаһына бысратыусы матдәләрҙе сығарыу күләме тотороҡло кимәлдә һаҡланған. Былтыр был күрһәткес 930 мең тонна тәшкил иткән. Уларҙы кәметеү маҡсатында предприятиелар 60-тан ашыу һауа таҙартыу сараһы үткәргән.
Йыл дауамында 194 дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ табыу осрағы теркәлгән, 375 тапҡыр ҡалдыҡтарҙы рөхсәт ителмәгән ергә ташлағандар. Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды ҡаплатыу өсөн 102 материал әҙерләнгән (штраф күләме 199,4 миллион һум).
Коллегия ултырышында эсәр һыу сифаты тураһында ла һүҙ булды. Көсөргәнеш ҙур булһа ла, республиканың һыу объекттарында һыу сифаты күп йылдар дауамында тотороҡло кимәлдә һаҡлана. Һыуҙы иң нығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары бысрата (58,34 процент). Икенсе урында химия предприятиелары – 24,73 процент, өсөнсө урында яғыулыҡ тармағы предприятиелары килә – 4,86 процент. Һыу объекттарына килтерелгән зыянды кәметеүсе сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 700,00 миллион һум аҡса тотонолған.
Республиканың адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу эштәренең 3-сө һәм 4-се сираттары тамамланған. Шулай уҡ Яңауыл ҡалаһындағы урындағы йылға ярын нығытыу эштәре башланған.
Дөйөм алғанда 2019 йылда министрлыҡтың эше ҡәнәғәтләндерерлек тип баһалана. Сығышы аҙағында Урал Искәндәров киләһе йылға пландар тураһында әйтте. “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу 2020 йылдың төп эше буласаҡ. Айырып алғанда, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендә заманса инфраструктура үҫтереү, экологик мониторинг системаһын камиллаштырыу, эре сәнәғәт предприятиеларынын яҡшыраҡ технологияларға күсереү һәм бөтә урындарҙа ла сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштороу тора.