Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
17 Февраль 2020, 11:45

“Тормош матур йәшәй белгәндәргә”, – ти 95 йәшен тултырған юбиляр Нина Пряхина

Районыбыҙҙа етəкселəр тарафынан оло йəштəгелəргə етди иғтибар бүленə, ихтирам да ҙур. Оло йəштəрен билдəлəгəн инəй-олатайҙарҙы өйҙәренә барып тəбриклəү, уларға ил Президентының ҡотлау хатын һәм бүләктәр тапшырыу – быға асыҡ миҫал. Хәтерләһәгеҙ, һуңғы айҙарҙа ғына район хакимиəте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин 90 йәшен билдәләгән бер нисә ветеранды ҡотлауы тураһында яҙғайныҡ инде. Ә ошо көндәрҙә ул Йылайыр ауылында йәшәгән тыл эшсәне Нина Ивановна Пряхинаны 95 йәшлек оло юбилейы менән ҡотланы.

Нина Ивановна 1925 йылдың февраль айында күмәк балалы ғаиләлә тыуған. Ҡыҙға 10 йәштәр тирәһе булғанда атаһы мәрхүм булып ҡала. Был фажиғәне Нина Ивановна әле булһа яҡшы хәтерләй. Аҫыраусыһын юғалтҡан ишле ғаиләгә икеләтә ауырға тура килһә лә, әсәйҙәре балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра, кеше итә.
– Бала сағым ауыр булды, иртә йәштән ҡара эшкә егелдем. Сайыр йыйып, унан һағыҙ эшләй торғайныҡ. Һуғыш ваҡытында счетовод булып эшләнем, ауылдар буйлап йөрөп, фронтовиктарҙың балаларын ҡараныҡ. Колхозда ла аҙ тир түкмәнем инде, – тип хәтер ебен һүтә Нина Ивановна.
1946 йылда фронтовик Петр Евстифеевичҡа кейәүгә сыға. Йәштәр бер урамда йәшәгән һәм бер-береһен күптән белгән була. Иренең дә ғаиләһе ишлеләрҙән һанала.
1947 йылда Пряхиндарҙың ҡыҙҙары Надежда донъяға килә. Унан һуң улдары Александр тыуа. Шулай итеп, эшһөйәр ғаиләлә һәүетемсә йәшәп алып китә, балаларын кеше итеп, күҙле-башлы итә. Хәҙер Нина Ивановнаның өс ейәнсәре һәм бер ейәне, ете бүлә-бүләсәре бар.
– Үлән ашап үҫтек. Бер ваҡытта ла эштән ҡурҡманыҡ. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр бит, күп эшләгәнгә лә оҙаҡ йәшәйемдер, – тип йылмая 95 йәшен билдәләгән юбиляр.
Нина Ивановна үҙ йортонда бер үҙе йәшәй. Йорт эштәрен үҙе башҡара, бөтә нәмәне тәртиптә тоторға тырыша һәм килгән һәр ҡунаҡты ихлас ҡаршы алып ултыра.
Юбилярға матур ҡартлыҡ, балаларының имен-һау булыуын теләйбеҙ!
В.КЛИМОВ фотоһы.
Читайте нас: