Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
19 Февраль 2020, 11:15

“Фән” милли проекты сиктәрендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, тормошта халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.

– Башҡортостанда фәнни-белем биреү үҙәген төҙөү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ – илебеҙҙең терәк төбәге, республикабыҙҙың иҡтисады яҡшы үҫешкән. Нефть химияһы, машиналар төҙөү йүнәлешендәге эре предприятиелар табышлы эшләй. Фәнни-белем биреү үҙәгенең тап Евразия йөрәгендә урынлашыуы һәр йәһәттән дә отошло.

Аҙна дауамында республикабыҙҙың фән һәм мәғариф учреждениелары, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ингән бөтәһе ун кластер буйынса әүҙем эш алып барыласаҡ.

Республикабыҙҙа төҙөләсәк Евразия фәнни-белем биреү үҙәге – уңышлы проекттарҙың береһе. Стратегик сессия 21 февралдә тамамлана.
#нацпроекты
Читайте нас: